Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Апрель 2022, 20:00

Бронза миҙал яуланы

Өфө ҡалаһында каратэның киокусинкай төрө буйынса "Салауат Юлаев кубогы"на Бөтә Рәсәй ярыштары тамамланды.  

Бронза миҙал яуланы
Бронза миҙал яуланы

 

Ярышта 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. "Кумите" бүлегендә "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре Хәбиров Илназ, Ғарипов Вадим һәм Субушева Гүзәл сығыш яһап, Гүзәл Субушева 45 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бронза миҙал яуланы. Еңеүсене һәм тренеры Евгений Артосовичты ҡотлайбыҙ.

Гөлназ Ғәлләмова.

Бронза миҙал яуланы
Бронза миҙал яуланы
Читайте нас: