Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Апрель 2022, 16:55

Балтастар - икенсе!

Тәтешлелә Радик Ғәлимйән улы Рәхимов кубогына өҫтәл теннисы буйынса ярыштар үтте.

Балтастар  - икенсе!
Балтастар - икенсе!

Тәтешле районы Яңы Тәтешле ауылында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған Радик Ғәлимйән улы Рәхимов кубогына өҫтәл теннисы буйынса традицион ярыштар үтте.

18 йәштән өлкән ҡатнашыусылар араһында ойошторолған ярышта Тәтешле, Асҡын, Ҡалтасы, Балтас һәм Ҡуйыҙа райондарының ауыл биләмәләре командалары ҡатнашты.

Балтас районы данын Оксана Владимировна Ковалева лайыҡлы күрһәтте һәм икенсе урын алды! Лайыҡлы еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ, артабан да еңеүҙәр теләйбеҙ.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтастар  - икенсе!
Балтастар  - икенсе!
Балтастар - икенсе!
Читайте нас: