Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Март 2022, 07:35

Афарин, ҡыҙҙар!

Асҡын ауылында XXX Ауыл спорт уйындары иҫәбенә ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса уҙған төбәк ярыштарында Ҡариҙел командаһы икенсе урын яуланы.  

Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!

Асҡын ауылында XXX Ауыл спорт уйындары иҫәбенә ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса төбәк ярыштары уҙҙы.

Ярыштарҙа Ҡариҙел, Асҡын, Борай, Балтас, Тәтешле һәм Мишкә волейболсылары һынау тотто.

Уйындар башта ике төркөмгә бүленеп барҙы. 1-се төркөмдә Ҡариҙел, Борай, Тәтешле спортсылары сығыш яһаны. 2-се төркөмдә Асҡын, Балтас, Мишкә командалары көс һынашты. Аҙаҡтан иһә төркөмдәрҙә күп мәрәй йыйыусы волейболсылар финалға сыҡты.

Беҙҙең район командаһын капитан-тренер Елена Миңләхмәтова етәкләгән Юлиә Ғабсадыҡова, Эльвира Хәтмуллина, Әлзира Йосопова, Элина Гәрәева, Мария Семерикова, Диана Ғатина, Диана Гәрәева, Снежана Ғәлиханова, Лира Ильясова, Дайана Миңләхмәтовалар тәшкил итте. Һәм көсөргәнешле уйын һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең спорт яратҡан гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ 2-се урын яуланы! Командабыҙ 10 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙасаҡ уйындарҙың финалында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды!. Ҡотлайбыҙ һәм спортсыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Гөлнара Солтанова.

Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!
Читайте нас: