Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Март 2022, 23:05

Мәктәп данын яҡлаусылар

Район гәзиттәре призына һәм ҡышҡы саңғы миҙгелен ябыуға арналған ярышта Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары ла призлы урындар яуланы

Мәктәп данын яҡлаусылар
Мәктәп данын яҡлаусылар

Саңғы ярышында Асҡын 2-се урта мәктәбенән физкультура уҡытыусыһы Гүзәл Муллаян ҡыҙы Усманова етәкселегендә туғыҙ уҡыусынан  торған команда ҡатнашты. Зиннур Исхаҡов, Кира Горбунова, Аяз Сафин, Диана Ғәләүетдинова, Азамат Шаһиев, Алмаз Хәйруллин, Сабир Лещев, Тимур Саяпов, Ринат Ғайфуллин башҡаларҙан ҡалышмайынса мәктәп данын яҡларға тырышты.

Ҡыҙыу ярышта үҙ йәш категорияларында 10-сы А класы егеттәре Зиннур Исхаҡов — икенсе, Аяз Сафин өсөнсө урындарға лайыҡ булды.

 Төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡан был егет һәм ҡыҙҙарға спортта ла, уҡыуҙарында ла яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Мәктәп данын яҡлаусылар
Мәктәп данын яҡлаусылар
Мәктәп данын яҡлаусылар
Мәктәп данын яҡлаусылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: