Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Март 2022, 15:45

“Шатлыҡ”та — күңелле!

Бөгөн “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында  “Атайҙар мәктәбе” менән берлектә  башҡорт милли уйындары буйынса  ”Бәйге” ойошторолдо.

“Шатлыҡ”та — күңелле!
“Шатлыҡ”та — күңелле!

“Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында  Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә  “Бәйге” ойошторолдо.

 Солтанбәктә күптән матур йолаға әйләнеп, тергеҙелгән башҡорт милли уйындары кескәйҙәргә лә бик оҡшай. “Атайҙар мәктәбе”нең дә сарала ҡатнашыуы тағы ла мәртәбә һәм йәм өҫтәне.  Балалар  баҡсаһына килеп, улар айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалап, спорт менән  дуҫ булырға кәрәклеген аңлатып,  кескәйҙәргә һәр уйын-ярыш төрөн күрһәтеп, аңлатып  алып барҙы сараны.  Балалар кем уҙарҙан  ярыштарҙа ҡатнашты.  Уйындар тамамланғас,  гөр килешеп  саф һауала  тәмлекәстәр менән сәй эстеләр. Байрамды ойоштороусыларға — “афарин!” Нәҡ  ошондай милли уйындарыбыҙ  балаларҙа берҙәмлек, етеҙлек, милли рух тәрбиәләй, ә атайҙар менән бергә уҙған саралар бигерәк тә һөҙөмтәле булып, ғаилә мөнәсәбәттәрен һәм ҡиммәттәрен нығытырға ярҙам итә. Байрам барыһына ла бик оҡшаны.

Наилә Имаева.

“Шатлыҡ”та — күңелле!
“Шатлыҡ”та — күңелле!
“Шатлыҡ”та — күңелле!
“Шатлыҡ”та — күңелле!
“Шатлыҡ”та — күңелле!
Читайте нас: