

Кәшиф Ғәбделхай улы Сәлиховтың тыуған көнөндә уны иҫкә алып, шахмат турниры ойоштороу Ҡашҡа ауылында күптән матур йолаға әйләнде. Быйыл да изге күңелле, һәр кемгә ихтирамлы, ярҙамсыл булған, ауылда шахмат кеүек зиһен көсөн талап иткән спорт төрөн үҫтереүгә ҙур көс һалған, бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән Кәшиф Ғәбделхәй улын иҫкә алырға туғандары, яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, ауылдаштары йыйылғайны. Кәшиф Сәлиховтың беҙҙең аранан мәңгелеккә китеүенә 8 июндә 12 йыл тула.
Сара һәр ваҡыттағыса Ҡөрьән аяттары уҡып, уның рухына доға ҡылыуҙан башланды.
Алты сәғәт барған көсөргәнешле турнирҙа балалар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әүҙем ҡатнашты. Иң оло шахматсыға 75 йәш ине! Ярышта Ҡашҡа ауыл биләмәһенең иң көслө шахматсылары асыҡланды.
Шулай итеп, 1-се урынға — Нәжип Мөҡсинов, 2-се урынға — Радик Фазлетдинов, 3-сө урынға — Райхан Фазлетдинов лайыҡ булды.
Шахмат турнирында ҡатнашыусы һәр кемгә — Сәлиховтар ғаиләһе әҙерләгән бүләктәр, еңеүселәргә миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн сәй табыны ла әҙерләнгәйне. Уйын барышында һәр кем тәмлекәстәр менән сәй эсеп, ял итеп алды.
“Сараны ойошторорға ярҙам итеүсе Мәхмүт Ғәлләмовҡа, китапханасы Гөлфиә Сабироваға бик ҙур рәхмәт. Тормош иптәшемде хөрмәт итеп, бергә иҫкә алырға килеүселәргә һәм шахмат ярышында ҡатнашыусыларға ла сикһеҙ рәхмәттәрем”, — тине турнирҙы ойоштороусы һәм уның бағыусыһы булған Сания Зәйнулла ҡыҙы Сәлихова.
Наилә Имаева.