

16-18 мартта Ҡарасай-Черкес Республикаһының Черкесск ҡалаһында билбаулы көрәш буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составында районыбыҙҙан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Асҡын 2-се урта мәктәбенең 9-сы Б класы уҡыусыһы Илгир Шәрәфисламов (тренер-уҡытыусыһы Фәрдүс Әхмәтов) та бар ине.
Көсөргәнешле бәйгелә Илгир дүртенсе урынға лайыҡ булды һәм беренсе спорт разрядын үтәне.
Йәш спортсыбыҙҙы һәм уның тренеры Фәрдүс Зөлфәт улын лайыҡлы еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә спорт өлкәһендә ҙур уңыштарға ирешеүҙәрен теләйбеҙ!
Фотолар Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе сәхифәһенән.