

Бөгөн Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә “Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсы сиктәрендә “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” тип аталған ғаиләләр араһында спорт бәйгеһе уҙҙы. Был сара һәр ғаиләлә сәләмәт, айыҡ тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү маҡсатын ҡуйҙы. Ярыш ғаилә командалары менән таныштырып, девиздар әйтте, ярышҡа әҙер икәнлектәрен белдереүҙән башланды. Һынау төрҙәрен тренерҙар әҙерләне һәм ярышҡа старт бирҙе. Балалар ата-әсәләре менән бергә төрлө һынауҙарҙа үҙҙәренең көсөн һынаны. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Сарала ҡатнашыусы һәр ғаилә күңелле ял итте, спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.
Еңеүсе ғаиләләр маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Солтанбәктән Хәсәновтар ғаиләһе лайыҡ булды.
Икенсе урында - Асҡындан Хисаметдиновтар, өсөнсө урында - Сайфуллиндар ғаиләһе.
Шулай берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәп, һау-сәләмәт, тәрбиәле, эшһөйәр балалар үҫтерәйек, киләсәгебеҙҙе бергә тәрбиәләйек, ныҡлы ғаиләләр булдырайыҡ.
Наилә Имаева.