

“Бөгөн беҙҙә планға ярашлы “Аҡ ладья” республика шахмат ярышының район этабы уҙа. Спорт сараһына районыбыҙҙың һигеҙ мәктәбенән туғыҙ команда килде. Уйындар бик ҡыҙыу бара. Турнир барыһы ете турҙан торасаҡ”, — тине баш судья Рөстәм Тимерғәли улы Әбдрәхимов. Шахматсылар ярышын баһаларға судья Булат Хәсәнов һәм секретарь Рөстәм Ғаязов ярҙам итә.
Бөгөн ФОК-та шулай уҡ “Аҡ ладья” республика шахмат ярышының район этабы менән бергә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле уҡыусылар араһында ла шашка ярышы уҙа. Унда 15 бала зирәклектә көс һынаша.
Наилә Имаева.