

Балтас районы спортсылары ҡаҙаныштары менән һәр ваҡыт ҡыуандыра!
Сөнки "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре Тольятти ҡалаһының киокусинкай карате-до Кумитэ буйынса асыҡ беренселегендә бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 14-15 йәшлек ҡыҙҙар араһында 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Гүзәл Субушева 3-сө урын алды, 14-15 йәшлек егеттәр араһында 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Хәбиров Илназ 2-се урын яуланы. Спортсыларҙы ҡотлайбыҙ! Уларҙың киләсәктә лә бөтә маҡсаттарға һәм еңеүҙәргә ирешергә, үҙ көстәренән шикләнмәҫкә, уңышҡа ышанырға һәм шәхси рекордтар ҡуйыуҙарын теләйбеҙ! Афариндар!
Гөлназ Ғәлләмова.