

Бөгөн Солтанбәк ауылында “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы сиктәрендә Спорт фестивале гөрләп уҙҙы. Илһөйәрлек менән һуғарылған, айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалаусы сараны Рөстәм Әбдрәхимов етәкселегендәге районыбыҙҙың “Йәш армия” хәрби патриотик ойошмаһы урындағы мәктәп коллективы менән берлектә әҙерләп үткәрҙе. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары һәр яҡлап ярҙам күрһәтте.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, Афған һуғышы ветерандары Рәзиф Садыҡов, Йәүхәт Шәйәхмәтов, Илшат Ғәлләмовтың ҡатнашыуы сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Спорт байрамына йыйылыусыларҙы ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Шәрәфетдинов сәләмләне һәм Солтанбәктә элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәр өсөн изге ғәмәл булыуын билдәләне. Бөйөк Ватан һуғышына Солтанбәк ауылынан127 ир-егет китә, шуларҙың 86-һы яу яландарында ятып ҡала, тик 41-е генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә беҙҙең арала юҡ. Афған һуғышы ветерандары Рәзиф Садыҡов, Илһам Суфиянов, Ғаяз Имамов һәм Чечня ерендә хәрби бурыстарын үтәүсе ир-егеттәр йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Бөгөнгө көндә дүрт егет хәрби хеҙмәтте намыҫлы үтә.
Спорт фестивале сиктәрендә уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылыҡты бирмәгән, тырыш уҡыусыларҙы тантаналы шарттарҙа “Йәш армия”сылар сафына алдылар.
Фестиваль сиктәрендә Солтанбәк ауылының талантлы ҡыҙы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, гер спорты буйынса Рәсәй Беренселегендә һәм республика ярыштарында призлы урындар яулаусы Гүзәл Имаева тренеры Айҙар Наил улы Сабиров менән гер күтәреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Спорт фестивале һуңында уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ауыл халҡы ҙур дәрт менән ГТО нормативтарын тапшырҙы. Яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр Солтанбәк ауыл Советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Афған һуғышы ветераны Йәүхәт Рауил улының ҡулына гармунын алып, сарала ҡатнашыусылар менән бергәләп “Катюша” йырын йырлауы, күңелдәргә рух күтәренкелеге, киләсәккә ышаныс, яңы еңеүҙәргә дәрт өҫтәне.
Наилә Имаева.