

"Халыҡты физик яҡтан тәрбиәләүҙе, сәләмәтләндереүҙе, күмәк спортты үҫтереүҙе маҡсат иткән, билдәле бер нормативтарҙы үтәүгә нигеҙләнгән программа бер кем өсөн дә мотлаҡ түгел. Әммә йылдан-йыл был нормаларҙы тапшырырға теләгәндәр арта бара”, - ти Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары.
Бөгөн Солтанбәктә уҙған спорт байрамында ла уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ауыл халҡы ҙур дәрт менән ГТО нормативтарын тапшырҙы. Яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр Солтанбәк ауыл Советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Наилә Имаева.