Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
26 Февраля 2022, 10:45

Афарин, солтанбәктәр!

Бөгөн Тәтешле районында “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы сиктәрендә төньяҡ-көнбайыш райондары ҡатнашлығында үткән “Күңелле уйындар” төбәк-ара ярыштарында районыбыҙ данын яҡлаусы Солтанбәк ауылы командаһы 2-се урын яуланы.

Афарин, солтанбәктәр!Афарин, солтанбәктәр!
Афарин, солтанбәктәр!

Бөгөн Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылында республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондары ҡатнашлығында башҡорт-удмурт милли уйындарынан торған ярыш үтте. Унда “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаған ауылдар -  Тәтешле районынан Түбәнге Балтас ауылы, Асҡындан - Солтанбәк, Яңауылдан - Сат, Пермь крайы Ҡуйыҙа районынан Ҙур Гондырь ауылдары командалары көс һынашты.

Командаға 20 йәштән өлкән алты кеше инә - дүрт ир һәм ике ҡатын-ҡыҙ.

Районыбыҙ данын яҡлап  сығыш яһаусы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов етәкселегендәге Солтанбәк ауылы командаһы был ярыштарҙа 2-се урынға лайыҡ булды. Солтанбәктәрҙе ҡотлайбыҙ, афариндар!

Наилә Имаева.

 

Афарин, солтанбәктәр!
Афарин, солтанбәктәр!
Афарин, солтанбәктәр!
Афарин, солтанбәктәр!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас