Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
20 Февраль 2022, 05:25

Саф һауа – йәнгә дауа

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Табаҫҡытамаҡ мәктәбендә башланғыс класс уҡыусылары өсөн күңелле һәм файҙалы сара үтте.  

Саф һауа – йәнгә дауаСаф һауа – йәнгә дауа
Саф һауа – йәнгә дауа

Сәләмәт тормошто пропагандалап, физик һәм рухи ныҡлыҡ, илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләү маҡсатында Табаҫҡытамаҡ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусылары балалар өсөн саф һауала бик күңелле һәм файҙалы сара ойошторалар. Был хаҡта беҙгә гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина хәбәр итте.

Саф һауалағы уйындар балаларҙы тәрбиәләүҙә һәм сәләмәтлеген нығытыуҙа айырыуса ҙур урын тота. Хәрәкәтле уйындар һәм төрлө ярыштар улар өсөн донъяны танып белеү сараһы ла, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы ла. Ябай ғына уйындар аша ла кескәйҙәрҙең иғтибарын, хәтерен, ихтияр көсөн тәрбиәләргә һәм һаулыҡтарын нығытырға була.

Башланғыс класс уҡыусылары ҙур дәрт менән етеҙлекте, сослоҡто һынаған төрлө хәрәкәтле уйындарҙа һәм ярыштарҙа ихлас ҡатнаша.

Етеҙлектә, көс-дәрттә, ныҡышмалылыҡта һынау тотҡан был малайҙар киләсәктә Ватаныбыҙҙың лайыҡлы һаҡсылары булыр!

Наилә Имаева.

Саф һауа – йәнгә дауа
Саф һауа – йәнгә дауа
Саф һауа – йәнгә дауа
Саф һауа – йәнгә дауа
Саф һауа – йәнгә дауа
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас