

Халыҡты физик яҡтан тәрбиәләүҙе, сәләмәтләндереүҙе, күмәк спортты үҫтереүҙе маҡсат иткән, билдәле бер нормативтарҙы үтәүгә нигеҙләнгән программа бер кем өсөн дә мотлаҡ түгел. Әммә йылдан-йыл был нормаларҙы тапшырырға теләгәндәр арта бара.
Балтас районы Иҫке Тимкә урта мәктәбе коллективы 2020-2021 уҡыу йылында ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса районда беренсе урында.
Уҡытыусылар Гөлсинә Ғәниева, Рәдиф Әхиәров, Рәзинә Сәфәрғәлиева нормативтарҙы уңышлы үтәне.
Уҡыусылар Миләүшә Рамазанова, Лилиә Ғлимйәнова, Данил Полянцев, Саша Докучаев, Камилла Дәүләтшина, Гөлирә Әхиәрова, Самира Суфиярова, Сөмбөл Солтангәрәева, Елисей Мәхийәнов та яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
14 февралдә уларҙың барыһына ла тантаналы шарттарҙа көмөш билдәләр тапшырылды.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.