+30 °С
Болотло


Ауылдың әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалаған ҡатын-ҡыҙҙары — Фәнзиә Әхмәтйәнова, Фәниә Суфиянова, Сөғдә Гәрәева һәм башҡалар Лилиә Мазһар ҡыҙының саф һауала бергәләп ял итеү тәҡдимен күтәреп ала. Сараға балалар ҙа, ауыл халҡы ла байтаҡ йыйыла. Көндөң йылы, елһеҙ булыуынан файҙаланып, солтанайҙар рәхәтләнеп тау шыуа, саңғыла йөрөй, балалар хәрәкәтле уйындар уйнай.
Илһөйәр Махатова.
Лилиә Сәмиғуллина фотолары.