Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
13 Февраль 2022, 16:40

Гүзәлде сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Гүзәл Имаева бөгөн Ҡазанда үткән гер спорты буйынса Рәсәй Беренселегендә 3-сө урын яуланы! Гүзәлде һәм уның тренеры Айҙар Наил улы Сабировты сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!  

Гүзәлде сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!Гүзәлде сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Гүзәлде сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

 

9-14 февралдә Ҡазанда гер спорты буйынса Рәсәй Беренселеге уҙа. Унда Башҡортостандан 25 спортсы ҡатнаша. Республика йыйылма командаһы составында гер спорты буйынса ҙур уңыштарға ирешкән райондашыбыҙ, Асҡын 1-се урта мәктәбенең 11-се В класында уҡыусы Гүзәл Мөнир ҡыҙы Имаева сығыш яһаны. 17-18 йәшлек ҡыҙҙар араһында Гүзәл 16 кг ауырлыҡтағы герҙе 176 тапҡыр күтәреп, Рәсәй буйынса 3-сө урын яуланы. Шулай итеп, Гүзәл Имаева сираттағы тапҡыр Асҡыныбыҙ данын лайыҡлы яҡлап, еңеүгә иреште. Тырыш, ныҡышмал, көслө рухлы Гүзәлде һәм уның тренеры Айҙар Наил улын ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ!

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас