Розана Балтас районы Яңы Балтас ауылы ҡыҙы. Иҫ киткес тыйнаҡ, сабыр холоҡло, шул уҡ ваҡытта хайран ҡалырлыҡ ихтыяр көсөнә эйә. Мәктәптә уҡыған сағында Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы Ильяс Шәймөхәмәтов етәкселегендә гер күтәреү менән шөғөлләнде. Тәүге еңеүе — 2015 йылда Ағиҙел ҡалаһында үткән Башҡортостан Беренселегендә өсөнсө урын. Бынан һуң Розана күп тапҡыр гер спорты буйынса Башҡортостан чемпионы исемен яуланы. Көслө ҡыҙ 16 килограмлы герҙе 10 минут эсендә башта 200, унан 216 тапҡыр сөйөп күтәреп, Башҡортостан рекордсмены булды, үҙенең рекордттарын йыл һайын яҡшырта барҙы. 2018 йылда Розана Рәсәй чемпионатында оҙон цикл ярыштарҙа 16 килограмм ауырлыҡтағы ике герҙе 10 минут эсендә 22 тапҡыр күтәреп, үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы булды. Ошо уҡ йылдың декабрендә Калугала уҙған ярыштарҙа 24 килограмлы герҙе 81 тапҡыр сөйөп күтәреп, спорт мастерлығына кандидат минимумын яҡланы. 2019 йылда спортсы ҡыҙ Киров ҡалаһында уҙған гер спорты буйынса Рәсәй Беренселегендә өсөнсө урын яуланы. Спорт Розана өсөн мәктәп йәшендәге мауығыу ғына булып ҡалманы. Маҡсатсан ҡыҙ ҙур ныҡышмалылыҡ менән һәр көндө күнекмәләр эшләүен дауам итеп, спорт карьераһын уңышлы дауам итеүгә иреште. 2021 йылдың мартында Рәсәй Беренселегенә Чебоксар ҡалаһында уҙған ярыштарҙа пьедесталдың икенсе баҫҡысына менде һәм спорт мастеры дәрәжәһен яҡланы.
Розана Кашапова Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы эргәһендәге колледж студенты булғас та, балтастар уның уңыштарын күҙәтеп, спортсы менән ғорурланып йәшәй. Колледжда ул Ильяс Әхнәф улының остазы — тренер Радамир Миңлебаев етәкселегендә гер спорты менән шөғөлләнеүен дауам итә. 2021 йылдың майында Ҡазанда уҙған Европа чемпионатында яҡташыбыҙ икенсе урынға сыҡты. Бирелә миҙалдар өсөн Англия, Ирландия, Чехия, Литва, Польша, Латвия, Венгрия һәм башҡа илдәрҙең иң көслө юниорҙары көс һынашты. Еңеүселәрҙе өс төр ярыштарҙа: герҙе оҙон цикл менән сөйөп күтәреүҙә, ырғытып күтәреүҙә һәм эстафетала билдәләйҙәр.
Сентябрҙә Ҡырым Республикаһының Алушта ҡалаһында уҙған гер спорты буйынса Рәсәй Кубогына ярыштарҙа Розана үҙ категорияһында, кәүҙә ауырлығы 63 килограмға тиклем булған спортсылар араһында, өсөнсө урын яуланы. Әлеге ярыштарҙа ул йәнә үҙ рекордын ҡуйҙы. Розана 24 килограмм ауырлыҡтағы герҙе 165 тапҡыр күтәрҙе. Был һөҙөмтәһе менән ул халыҡ-ара спорт мастеры нормаһын үтәне. Башҡортостанда Розананан башҡа бындай нәтижәгә ирешкән бер кем дә юҡ әлегә.
Һәм, ниһайәт, донъя чемпионаты. Талантлы спортсы ҡыҙыбыҙ Розана Кашапова Рәсәй милли йыйылма командаһы составында Будапештта гер спорты буйынса донъя чемпионатында өсөнсө урын яуланы!
Үҙ юлыңдан арымай-талмай, яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ирешеп, тыуған районыңды, республикаңды, илеңде данлап, ғорур атла, Розана!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.