Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ғинуар , 07:15

Зиһенде үҫтереүсе уйын

Ҡариҙел районы клубтарында шахмат уйынын яратыусылар араһында турнирҙар ойошторолдо.

Зиһенде үҫтереүсе уйын



Рәсәй кинотеатрҙарында “Донъя чемпионы” киноһы экрандарға сыҡты. Был кинолента киң билдәле совет шахматсыһы Анатолий Карпов тураһында һөйләй.
Ә был ваҡытта иһә Ҡариҙел районы клубтарында ошо уйынды яратыусылар араһында турнирҙар ойошторолдо. Магинск, Тайкаш, Ҡараяр, Абыҙ, Ҡариҙел ауылының Йәштәр ҡасабаһындағы ауыл клубтары йөҙләгән сатрашсыларҙы үҙҙәренә йыйҙы. Шахмат логик фекерләүҙе, иғтибарҙы, хәтерҙе яҡшырта. Шулай уҡ баланың характеры формалашыуында ла ҙур роль уйнай. Турнирҙы ойоштороусылар был уйынды тағы ла хәтер, зиһенде үҫтерә, сабырлыҡ, түҙемлекте арттыра, тип билдәләй.
Райондың йәш сатрашсыларын тәрбиәләүгә күп көс һалған тренер Р.Х.Мостафин әленән-әле һәр төрлө ярыштар үткәрә, теге йәки был мәктәпкә, клубҡа килеп, был уйынға өйрәнеүселәрҙе йәлеп итергә тырыша. Мәҫәлән, 13 ғинуарҙа ошондай осрашыуҙарҙың береһе Абыҙ ауыл клубында уҙғарылды. Рәмил Хәтип улы урындағы методист Фәүзиә Әсхәт ҡыҙы Әдиәтуллина менән йәш быуынды, ата-әсәләрҙе саҡырҙы.  Әйтергә кәрәк, тотош ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар ине. Тренер Р. Мостафин уйындың серҙәрен, үҙенсәлектәрен аңлатып, бик матур уйын үткәрҙе. Кем белә, бәлки Абыҙ ауылында ла киләсәктә Анатолий Карпов кеүек бөйөк сатрашсылар үҫеп сығыр...
Гөлнара Солтанова. Ҡариҙел районы.

Зиһенде үҫтереүсе уйын
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru