Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
15 Ғинуар 2022, 14:45

Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты

Бөгөн Солтанбәк ауылында уҙған «Тыуғанай FEST» ҡышҡы фестиваль сиктәрендә саңғы ярышы уҙҙы. Иң йәш саңғысыға – 3, ә иң оло спортсыға 76 йәш ине!

Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫтыЙәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты

Бөгөн Солтанбәктә уҙған саңғы ярышында иң бәләкәй саңғысыға – 3 йәш ине. Ул – Иллария Фәрәхова. Иң оло саңғысы – Әмирйән ағай Вәлиев. Уға – 76 йәш. Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә уҙғарып, күптән инде хаҡлы ялда булған аҡһаҡал әле лә саңғыла йөрөй, йәштәрҙе айыҡ тормошҡа өндәп, сәләмәт тормошто пропагандалай.

Саңғы ярышында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре,тәрбиәселәр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар, ауыл йәштәре һәм ололар етеҙлектә һынау тотто. Солтанбәк ауылы урамдары гөрләп торҙо!

Ярышты юғары кимәлдә ойоштороп үткәрергә Асҡын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илшат Фаһамов, уның тормош иптәше Луиза Фаһамова ярҙам итте.

Берҙәмлектә – көс, Хәрәкәттә – бәрәкәт, Айыҡ тормош- нурлы, бәрәкәтле тормош, тигән девиздар менән алға бара солтанбәктәр!

Наилә Имаева.

Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Йәше лә, ҡарты ла саңғыға баҫты
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас