Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ғинуар , 09:10

Рәсәй фигуристары донъя рекордын яңыртты

Эстонияла барған конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Европа беренселегендә Рәсәй спортсылары донъя рекордтарын яңыртты.

Рәсәй фигуристары донъя рекордын яңыртты

Эстонияла барған конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Европа беренселегендә Рәсәй спортсылары донъя рекордтарын яңыртты.  

Парлы шыуыуҙа улар бар юғары урындарҙы яулап, хатта донъя рекордын да яңыртты. Алтын миҙал яулаған Анастасия Мишина менән Александр Ғәлләмов барыһын да уҙып, яулаған дөйөм балл күләмен бишкә арттырҙы һәм донъя рекордын ҡуйҙы.  Көмөш миҙалға Евгения Тарасова менән Владимир Морозов лайыҡланһа, «бронза»ны уҙған чемпионат еңеүселәре Александра Бойкова менән Дмитрий Козловский яуланы.

Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың шәхси беренселегендә беренсе ярыш көндө Рәсәй чемпионы Камила Вәлиева  ла донъя рекордын яңыртып, әлегә беренсе урында килә. Икенсе урында  Бельгия спортсыһы булһа, өсөнсө күрһәткескә өлгәшкән Александра Трусова әлегә өмөтөн юғалтмаған. Ә бына Рәсәй беренселеге призеры Анна Щербакова беренсе ярыш көндө хаталанып, әлегә дүртенсе урында урынлашҡан.

фото: ТАСС. 

Рәсәй фигуристары донъя рекордын яңыртты
Автор: