+30 °С
Болотло


Бөгөн Солтанбәк ауылында уҙған «Тыуғанай FEST» ҡышҡы фестиваль сиктәрендә башҡорт милли уйындары буйынса ойошторолған “Бәйге” чемпионаты ла бик ҡыҙыу барҙы. Йәше лә, олоһо ла, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сират тороп, көс-ҡеүәтен һынап ҡараны.
Төрлө эстафеталар, халыҡ уйындары ла ойошторолдо. Ауыл гөрләп торҙо!
Наилә Имаева.