Ярышта туғыҙ команда ҡатнашты. Сараның тантаналы өлөшөн мәғариф бүлеге начальнигы Фәнис Шәймөхәмәтов асты. Уйын шарттары менән ярыштарҙың баш судьяһы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Айваз Сәфетдинов таныштырҙы. Волейбол - команда спорт төрө, һәм ярышта ҡатнашыу һөҙөмтәләре команда ағзаларының дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһе ул.
Һәр уйын тулҡынландырғыс булды. Финал уйындарында Иҫке Балтас ауылының 1-се һәм 2-се, Уразай, Штәнде мәктәптәре командалары еңеү өсөн көрәште. Беренсе урынға — Иҫке Балтас ауылының 1-се урта мәктәбе командаһы, икенсе урынға - Штәнде ауыл урта мәктәбе, өсөнсө урынға Уразай ауылы урта мәктәбе командаһы лайыҡ булды. Еңеүселәр грамоталар һәм приздар менән бүләкләнде.
Гөлназ Ғәлләмова.