

Балалар өсөн ҡышҡы каникулдар - ял итеү, тауҙан шыуыу, конькиҙа, саңғыла, санала йөрөү, хоккей уйнау өсөн шәп мөмкинлек, шулай уҡ балалар өсөн күңел асыу саралары өсөн был иң уңайлы мәл. Хәрәкәтле уйындар ҡышҡыһын балаларға ҙур шатлыҡ килтерә һәм уларҙың һаулығына баһалап бөткөһөҙ файҙа килтерә.
Иштирәк ауылы мәҙәниәт йорто майҙанында балалар өсөн «Иң яҡшы ҡар уйындары» уйын программаһы ойошторолдо. Балалар ике командаға бүленеп, үҙ-ара ярышып, конкурстарҙа һәм эстафеталарҙа әүҙем ҡатнашты. Барыһы ла теләк менән көс һынашты, үҙҙәрен берҙәм, сыҙамлы һәм хәрәкәтсән итеп күрһәтте. Сара күңелле, ҡыҙыҡлы үтте.
Гөлназ Ғәлләмова.