

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе майҙанында “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2022” республика фестиваленең мәктәп этабы үтте. Ярыштар күңелле барҙы, бер ғаилә лә бирешергә теләмәне һәм аҙағынаса бөтә көсөн һалып көрәште.
Байрамды, ғәҙәттәгесә, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе, район мәғариф бүлеге, район хакимиәтенең Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге ойошторҙо. Конкурс бер нисә этаптан торҙо.
Мәктәп фестиваленең һөҙөмтәләре буйынса иң етеҙ һәм йылғыр тип Уразай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Ғәфүровтар ғаиләһе танылды. Улар районыбыҙ данын республика ярыштарында яҡлаясаҡ.
2-се урын - Көндәшле ауылы урта мәктәбенән Баршуатовтарҙа, 3-сө урын - 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Ғәлимйәновтар ғаиләһендә. Бар еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға грамоталар, бүләктәр тапшырылды. Әммә иң мөһиме – ғаилә менән бергә ял итеү, күңел күтәренкелеге, дуҫлыҡ ныҡлығы булды.
Гөлназ Ғәлләмова.