

Ярышта 14 кеше көс һынашты. Көслөләр араһында иң-иңде билдәләү еңел эш булманы, һәр мәрәй өсөн алышта бер кем дә һыр бирергә теләмәне.Турнир һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде: ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урын - Мифтахов Гөлнара; 2-се урын - Фәттәхова Гөлназ; 3-сө урын - Хәйруллина Фларида.
Ҡыҙҙар араһында: беренсе урын - Сафетдинова Ләйсән; 2-се урын - Вәлиуллина Эвелина; 3-сө урын - Әхкәмова Әлфиә.
Ир-егеттәр араһында: беренсе урын - Синнатуллин Фәнзәл; 2-се урын- Ғарипов Риф; 3-сө урын - Миңләхмәтов Фәнзәүи.
Егеттәр араһында: беренсе урын - Мифтахов Закир; 2-се урын - Хәсәнов Булат; 3-сө урын Заеров Диниста. Бәйгеселәрҙе лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Гөлназ Ғәлләмова.