Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
8 Января 2022, 14:10

Иң оҫта балыҡсылар ярышты

Бөгөн Ҡышлауйылға ауылының Төлгөҙ йылғаһында Балыҡ тотоу көнө ойошторолдо

Иң оҫта балыҡсылар ярыштыИң оҫта балыҡсылар ярышты
Иң оҫта балыҡсылар ярышты

Бәйгене Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе хакимиәте район мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ойошторҙо. Сараға йыйылыусыларҙы Риваль Ринат улы Сәлимов үткән байрамдар менән ҡотлап, бәйгеселәргә уңыштар теләне. Шулай итеп туғыҙ балыҡ тотоусы ике сәғәт дауамында балыҡ тотоу оҫталығында ярыша башланы. Иң йәш балыҡ ҡармаҡлаусы Вадим Миһранбаев ине. Көндөң көйһөҙ булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы дәртләндереп торорға байтаҡ ауыл халҡы йыйылғайны, хатта Ҡыш бабай ҙа килгән. Улар йыр-бейеү менән балыҡсыларҙың күңелен күтәреп торҙо.

Шеф-поварҙар Гайдар Суфияров һәм Азамат Глимшин етәкселегендә тәмле итеп балыҡтан аш бешерелде, сәй ҡайнатылды.

Тәжрибәле жюри ағзалары Рәфис Сафин һәм Фирдүс Әхмәтйәнов балыҡ тотоусыларҙың эшен баһаланы. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Илмир Ғәлиев — 1-се, Валерик Барыев — 2-се, Жәлил Тасинкамбетов 3-сө урындарҙы яуланы. Шулай уҡ Илгиз Байдиев — 4-се һәм Салауат Хөсәйенов 5-се урындарға сыҡты. Бөтә еңеүселәргә лә бүләктәр тапшырылды. Афарин, балыҡсылар!

Иң оҫта балыҡсылар ярышты
Иң оҫта балыҡсылар ярышты
Иң оҫта балыҡсылар ярышты
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас