Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
6 Ғинуар 2022, 06:10

Бергәләп сана шыуалар

«Айыҡ ауыл - 2021» республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалаусы саралар көн дә ойошторола. Төрлө йәштәге кешеләрҙе бергә туплаған сираттағы шундай сара тураһында түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:  

Бергәләп сана шыуаларБергәләп сана шыуалар
Бергәләп сана шыуалар

Айыҡ һәм сәләмәт тормош яҡлы солтанбәктәр үҙҙәренең берҙәмлеге, ойошҡанлығы һәм һәр башланғысты күтәреп алып, тормошҡа ашыра белеүе менән күптәргә өлгө булырлыҡ.

Ауыл мәҙәниәт йорто ауыл Советы, мәктәп коллективы һәм “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә йыл әйләнәһенә ауылда фәһемле саралар ойоштора.

Яңы йыл каникулдарында ла көн дә саф һауала тәрбиәүи әһәмиәткә эйә саралар уҙа. Кисә, мәҫәлән, солтанбәктәр һәм ауылға байрамға ҡайтҡан ҡунаҡтар берәләп тау шыуырға сыға. Саналар, тюбингтар алып, кемдер ҡаргиҙгестәргә ултырып, иртә менән стела янына йыйылалар.

Ауыл көн оҙоно балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Һауа торошо ла бик яҡшы булды. Олоһо ла, кесеһе лә тау шыуҙы бергәләп. Ата-әсәләре менән бергәләп саф һауала уйнаған, тау шыуған ғаиләләргә ҡарап, күңел һөйөндө. Беренсенән, балалар компьютерҙан айырылып, саф һауаға сығып, сәләмәтлектәрен нығытһа, икенсенән, ата-әсәләр һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәр нығый, бер-береңде аңлау, ҡайғыртыу, яҡлау кеүек сифаттар ҙа нығына бит бындай сараларҙа. Ситтән ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа күп булды. Улар ҙа беҙҙең менән ҡыуанып ял итте, тау шыуҙы, ауылдаштары менән ихлас аралашты. Яҡын көндәрҙә ауыл халҡы менән саңғы ярышы үткәрергә иҫәп тотабыҙ. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух икәнлеген солтанбәктәр яҡшы аңлай”, - тип һөйләне ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов.

 

Әленән-әле изге эштәре, берҙәмлектәре менән һөйөндөрөп торған солтанбәктәргә киләсәктә лә берҙәм, көслө рухлы һәм дәрт-дарманлы булыуҙарын теләйбеҙ.

Наилә Имаева.

 

Бергәләп сана шыуалар
Бергәләп сана шыуалар
Бергәләп сана шыуалар
Бергәләп сана шыуалар
Бергәләп сана шыуалар
Бергәләп сана шыуалар
Бергәләп сана шыуалар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас