

Балтас районы «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҡыусылар һәм өлкәндәр араһында «Спорт һәм сәләмәтлек декадаһы» сиктәрендә пауэрлифтинг буйынса район турниры уҙҙы.
Ярыштар өс категория буйынса ойошторолдо.
Пауэрлифтинг буйынса уҡыусылар араһында: 1-се урын - Йыһаншин Ремалдә, 2-се урын Кәримов Илдарҙа, өсөнсө урын Асҡаров Эмилдә;
Уҡыусылар араһында бицепсҡа классик күтәрелеү буйынса 1-се урын Гәрәев Дениста, 2-се урын Кәримов Илдарҙа, өсөнсө урын Йыһаншин Ремалдә;
Ир-егеттәр араһында бицепсҡа классик күтәрелеү буйынса 1-се урын Миңләхмәтов Илшатта, 2-се урын Яҡупов Марселдә, 3-сө урын Айнур Саҙретдиновта.
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ һәм һәр саҡ тормошта еңеүсе булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ. Призлы урындар яулап, иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән барлыҡ ҡатнашыусылар грамоталар һәм бүләктәр менән бүләкләнде.
Гөлназ Ғәлләмова.