

Түбәнге Новгород ҡалаһында Волга буйы федераль округы беренселеге чемпионаты уҙҙы. Унда Башҡортостан Республикаһы командаһы составында Балтас районы спортсылары ҡатнашты. Иҫке Балтас ауылы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡыусылары Такаев Ринас, Вәлиев Рәил, Зыятдинов Рәнис, Ғилмуллин Данил үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында лайыҡлы сығыш яһаны.
Хәмәтнурова Азалия менән Хәбибуллина Айгөл призер булды.
Спортсыларҙы һәм тренерҙары Сафетдинов Айваз Фируз улын ҡотлайбыҙ, артабан да спорт ҡаҙаныштары теләйбеҙ.
Гөлназ Ғәлләмова.