

Ярыш Спорт һәм һаулыҡ декадаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнөнә арналып ойошторолдо һәм унда Асҡын, Балтас, Борай райондарынан ошо спорт төрөн үҙ иткән ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнашты.
Күрше райондар йөҙөүселәре араһында асҡындар һынатманы. Үҙ йәш категорияларында Иллария Нурмөхәмәтова, Алия Кәримова һәм Айдар Махатов 1-се урындар яуланы.
Шулай уҡ үҙ йәш категорияларында Гүзәл Махатова менән Раушан Зараев — 2-се, Илнар Шәйхинуров 3-сө урынға лайыҡ булды.
Эстафетала Асҡын командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Районыбыҙ данын яҡлап бәйгелә ҡатнашҡан йәш йөҙөүселәребеҙгә һәм уларҙа ошо спорт төрөнә һөйөү уятып, уңыштарға дәртләндереп, ҡанаттар ҡуйған тырыш тренер Рәмил Насретдиновҡа афарин, тибеҙ һәм артабан да ярыштарҙа уңыштар теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.