

Өфөлә 17-се Халыҡ-ара хәрби сәнғәт форумы үтте. Унда Рәсәйҙең 40 төбәгенән һәм бер нисә илдән 2000-дән ашыу спортсы йыйылды. Ярыштар бер үк ваҡытта Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендәге 14 майҙансыҡта үтте. Майҙансыҡтарҙың береһендә Тай боксы буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ чемпионаты һәм беренселеге уҙҙы, унда Балтас районы "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексының иң көслө тәрбиәләнеүселәре Рәсүл Сәлимов менән Айҙар Ғәлимов ҡатнашты. Үҙенең ауырлыҡ категорияһында Ғәлимов Айҙар беренсе урын, Рәсүл Сәлимов үҙенең ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урын яуланы. Тренер Ғилмөхәмәтов Евгений Вениаменовичҡа яҡшы һөҙөмтәләр һәм профессионализмы өсөн ҙур рәхмәт.
Гөлназ Ғәлләмова.