

9-12 декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында гер спорты буйынса Башҡортостан Беренселеге уҙҙы. Районыбыҙ данын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Айҙар Наил улы Сабиров тәрбиәләнеүселәре яҡланы. Үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында Гүзәл Имаева – 1-се, Альбина Никитина – 2-се, Рәсүл Мөсәбиров 3-сө урын яуланы.
Үткән йылдағы һымаҡ быйыл да Рәсәй чемпионатында республика данын Гүзәл Имаева яҡлаясаҡ. Гүзәлгә уңыштар теләйбеҙ!
Үҙ эше өсөн янып торған тренер Айҙар Наил улын һәм уның тәрбиәләнеүселәрен еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.