

“Өфө-Арена”ла барған юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ирекле көрәш буйынса ярыштар дауам итә.
Бөгөн, 19 августа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында көрәш еңеүселәре асыҡланасаҡ. Рәсәйҙән Анастасия Сидельникова һәм Елизавета Петлякова юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар көрәшендә финалға сыҡҡайны. Уларға уңыштар теләйек!
53, 57, 62, 65 һәм 72 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ярымфинал ярыштары уҙғарыла. Ә 50, 55, 59, 68 һәм 76 килограмға тиклемм ауырлыҡ категорияһында ярышыусылар көс һынашасаҡ: финал ярыштары үткәреләсәк һәм еңеүселәр асыҡланасаҡ.
20-22 августа иһә грек-рим көрәше буйынса ярыштар буласаҡ.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.