

Йыл һайын илебеҙҙә Бөтә Рәсәй физкультурниктар көнө билдәләп үтелә. Был һөнәр эйәләре тураһында ишетеү менән күҙ алдыма Ҡайынлыҡ урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Ансаф Шакиров килеп баҫа. 34 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар уның һәм шуның бер генә көнө лә, бер генә сәғәте лә башҡа хеҙмәттә үтмәгән — барыһы ла балаларға физик тәрбиә биреүгә бағышланған.
Мәктәптәрҙә — йәйге каникулдар, ә юғары категориялы уҡытыусы Ансаф Фәвәрис улы хеҙмәт урынында. Быйыл районда Вострецов ауылында Ағиҙел йылғаһында махсус йыһазландырылған пляж булдырылды. Ул шунда ҡотҡарыусы булып эшләй. Ағымдағы йәйҙең ниндәй эҫе килеүе был эштең ни тиклем яуаплы булыуын иҫбатлай. Әйткәндәй, инде һуңғы өс йылда Ансаф Фәвәрис улы район үҙәгендә урынлашҡан “Океан” бассейнында йөҙөү буйынса тренер булып та эшләй. Шуға ла ҡотҡарыусы вазифаһын уға йөкләүҙәренә аптырарға түгел. Бары тик Ҡайынлыҡ-Борай араһы 20 километр булһа, Ҡайынлыҡ-Вострецов араһы 28 километр тәшкил итә. Күренеүенсә, аралар йыраҡ ҡына. Әммә уҡытыусы һуңға ҡалырға күнекмәгән. Ул ғүмере буйына хеҙмәтенә яуаплы ҡараған педагог булараҡ, һәр ваҡыт үҙенә йөкләтелгән эште теүәл үтәй.
Ҙур булмаған, әммә илебеҙгә Советтар Союзы Геройы Сәхип Майскийҙы биргән Бигәнәй ауылында тыуып үҫкән Ансаф Шакиров. Элек мәктәпкә автобус менән йөрөтөү юҡ ине бит. Ул бәләкәйҙән бер нисә километр йыраҡлыҡта урынлашҡан Ҡарабай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡый. Ике ауыл араһын яҙлы-көҙлө йүгереп үтһә, ҡыштарын саңғыла уҙа. Әлбиттә, шундай сыныҡҡан үҫмер мәктәптә һәм район күләмендә уҙған ярыштарҙа һәр саҡ тиерлек беренселекте ала.
9-сы-10-сы кластарҙы Ҡайынлыҡ урта мәктәбенә йөрөп уҡый ул. Унда белем алған сағында инде егет киләсәктә үҙенең физкультура уҡытыусыһы һөнәрен һайлаясағына ныҡлы ышана. Спорт менән дуҫ егеттәр ҡуйған маҡсатына ирешеүсән була. Мәктәпте тамамлағас та, Стәрлетамаҡ ҡалаһына юллана һәм, техникумды тамамлап, үҙе уҡып сыҡҡан Ҡайынлыҡ урта мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Ең һыҙғанып яратҡан эшенә тотона Ансаф Фәвәрис улы. Йәш, энергиялы, йүгереү, саңғыла йөрөү менән мауыҡҡан уҡытыусы ағайҙары янынан балалар өҙөлмәй, күптәр унан өлгө алып спортҡа тартыла. Уҡытыусы егет дәрестәренән тиерлек армия сафына алына. Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас та Ансаф Шакиров ситкә сығып китергә уйламай, шул уҡ мәктәптә физкультура дәрестәрен уҡытыуын дауам итә. Белемен камиллаштырыу өҫтөндә лә эшләй, ситтән тороп юғары белем ала — Бөрө педагогия институтын тамамлай.
Районда үткәрелгән бер генә спорт ярышынан да ситтә ҡалмай Ансаф Фәвәрис улы. Йә ул — ҡатнашыусы, йә — судья. ГТО нормативтарын йыл һайын тапшыра. Үҙе кеүек спортсылар араһында уҙғарылған йүгереү, саңғыла йөрөү, йөҙөү кеүек ярыштарҙа теләп ҡатнаша, һәр саҡ беренсе урындарға лайыҡ була. Уның юлынан киткән уҡыусылары байтаҡ. Ғөмүмән, мәктәпте әллә ҡасан тамамлаған малайҙар һәм ҡыҙҙар яратҡан уҡытыусылары янына йыш килә. Ҡайынлыҡ урта мәктәбен тамамлаған егеттәрҙең күбеһе армия сафында ла уңышлы хеҙмәт итә. Әлбиттә, уларҙың физик әҙерлеге, төрлө хәлдәргә сыҙам булыуы нәҡ Ансаф Шакировтың тырышлығы ул.
Көндәр буйына мәктәптә “юғалған”, кистәрен төрлө пландар яҙып, дәрестәргә әҙерләнеп ултырған, кеше балаһы өсөн борсолоп та, шатланып та йәшәгән уҡытыусыны, әлбиттә, үҙе кеүек уҡытыусы булып эшләгән кеше генә аңлай. Тормош иптәше итеп уҡытыусы ҡыҙҙы һайлай Ансаф Фәвәрис улы. Зөлфирә Фәнис ҡыҙы менән Ҡайынлыҡ ауылында бик матур йорт һалып сығалар, ҡыҙҙары Әдиләне үҫтерәләр. Көн һайын икеһе бер һуҡмаҡтан, бер коллективҡа эшкә баралар, икеһе бер уйҙан булып, ауылда йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәйҙәр. Шакировтарҙың йорттары, баҡсалары гөрләп тора. Әдилә лә ата-әсәһе кеүек булдыҡлы ҡыҙ. Быйыл урта мәктәпте алтын миҙалға тамамланы.
Шулай бар ғүмерен балаларға белем биреүгә, ҡасандыр үҙенә ҡанат ҡуйып осорған мәктәбенә хеҙмәт итеүгә бағышлаған Ансаф Шакировты яҙмыш татыу ғаилә, яратҡан эш, уңыштар менән бүләкләгән икән, тимәк ул быға тулыһынса лайыҡ.
Венера Арысланова.