

Рәнис Әдис улының ойоштороу һәләте, эшкә һөнәри ҡарашы ҡуйылған пландарын ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Юлдаш ауылында төпләнә. Бөрө ҡалаһында водитель курсын тамамлай. Ауыл хужалығында эшләй, урындағы мәҙәниәт усағын етәкләй, 1999 йылда уға тренер вазифаһын тәҡдим итәләр. Ул был эшкә ышаныс менән тотона һәм әлеге көндә лә хеҙмәтен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Уның ҡаҙаныштары – район һәм республика конкурстары дипломдары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары.
Рәнис Әдис улында шөғөлләнеүселәр беҙҙең районда ғына түгел, ә бөтә республика ғорурлығына әйләнде. Хәлил урта мәктәбе уҡыусылары Элиза Сабирова, Светлана Мөбәрәкова, Айрат Ғимазов, Самат Хәйҙәров Нефтекама, Өфө ҡалаларында, Мишкәлә уҙған сираттағы БР уҡыусылары спартакиадаларында үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Чемпион-ҡариҙелдәр мәртәбәле турнирҙарҙа 1-се һәм 2-се урындар яуланы.
Авторы: Люция Карамова.