

Рәсәй спортсылары Токиола барған йәйле Олимпия уйындарында ике көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы.
Сергей Каменский - 50 метр арауыҡтан винтовкала атыу, гимнаст Денис Аблязин һикереүҙә (һүрәттә) көмөш миҙалға лайыҡ булды. Бронза миҙал хужалары – Ангелина Мельникова (ирекле күнекмәләр), Анастасия Войнова, Дарья Шмелева (велотрек, команда спринты), грек-рим стилендәге көрәшселәр Сергей Емелин (60 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәме) һәм Сергей Семенов (130 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәме).
12 алтын, 21 көмөш, 17 бронза миҙал яулаған спортсылар әлегә - бишенсе урында. Ҡытайҙар – беренсе, американдар – икенсе, япондар - өсөнсө, австралиялылар дүртенсе урынды биләй.
Фото: Олимпиада сайты.