Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
29 Июль 2021, 05:54

Рәсәй дзюдосыһы һәм гимнасы Токиолағы Олимпиадала бронза миҙалдар яуланы

Рәсәй дзюдосыһы Мәҙинә Таймазова Токиолағы Уйындарҙа бронза миҙал яуланы. Ул 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Хорватиянан ғәмәлдәге донъя чемпионы Барбара Матичты еңеп, Олимпиаданың бронза призеры булды.

Рәсәй дзюдосыһы һәм гимнасы Токиолағы Олимпиадала бронза миҙалдар яуланыРәсәй дзюдосыһы һәм гимнасы Токиолағы Олимпиадала бронза миҙалдар яуланы
Рәсәй дзюдосыһы һәм гимнасы Токиолағы Олимпиадала бронза миҙалдар яуланы

Рәсәйҙең Олимпия комитетында белдереүҙәренсә, ике тапҡыр донъя чемпионы Тидзуру Араи (Япония) менән ярымфинал алышында Мәҙинә Таймазова 16 минут 41 секунд келәмдә ятты. Еңелеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең Олимпия комитеты командаһы вәкиле ныҡлы характер күрһәтте һәм олимпия миҙалын яуланы.

Гимнаст Никита Нагорный Рәсәй командаһына тағы бер «бронза» өҫтәне. Ул Токиолағы Уйындарҙа икенсе миҙал алды.

 

https://www.bashinform.ru/news/1623616-dzyudoistka-i-gimnast-iz-rossii-vzyali-bronzovye-nagrady-na-igrakh-v-tokio/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: olympic.ru
Рәсәй дзюдосыһы һәм гимнасы Токиолағы Олимпиадала бронза миҙалдар яуланы
Рәсәй дзюдосыһы һәм гимнасы Токиолағы Олимпиадала бронза миҙалдар яуланы
Автор:
Читайте нас