Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Июль 2021, 00:13

Туйына – алтын миҙал!

Спортсының атыу менән мауығыуына олатайҙары сәбәпсе.

Туйына – алтын миҙал!
Туйына – алтын миҙал!

Был – Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһының беренсе алтын миҙалы.

Пневматик пистолеттан атыуҙа Омск ҡалаһынан 24 йәшлек Виталина Бацарашкина 240,3 мәрәй тупланы һәм Олимпия уйындары рекордын ҡуйҙы! Ул Болгариянан Антоанета Костадинованы еңде, ә ул финал алдынан ғына 0,9 мәрәйгә Виталинанан алда бара ине. Өсөнсө урында – Ҡытайҙан Цзян Жансинь.

Әйткәндәй, Виталина Бацарашкина 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткән Олимпия уйындарында көмөш миҙал яулағайны. Спортсының әсәһе Ирина Бацарашкина ТАСС мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында ҡыҙының атыу менән мауығыуына олатайҙарының сәбәпсе булыуы хаҡында әйткән. Баҡтиһәң, улар  һәүәҫкәр һунарсы икән. Шуға Виталина алты йәштән һунарға йөрөгән. Өҫтәүенә, спортсы: “Күптән планлаштырылған туйым буласаҡ”, - тип белдергән.

 Спортсы 29 июлдә 25 метрҙан атыу буйынса ярыштарҙа ла үҙ көсөн һынаясаҡ.

 

Фото: sovsport.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Туйына – алтын миҙал!
Туйына – алтын миҙал!
Автор:
Читайте нас: