Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
24 Июль 2021, 07:00

Утты-һыуҙы кисергә өйрәнделәр

Дыуан районында үткән уҡыусыларҙың “Хәүефһеҙлек мәктәбе” Бөтә Рәсәй ярыштарының республика этабында Бөрө командаһы уңышлы сығыш яһаны.

Утты-һыуҙы кисергә өйрәнделәрУтты-һыуҙы кисергә өйрәнделәр
Утты-һыуҙы кисергә өйрәнделәр

Ярыштарҙа республика район һәм ҡалаларынан  46 команда ҡатнаша. Бөрө районы данын   “Вояж” туризм, экология һәм ял үҙәге тәрбиәләнеүселәре Егор Полюдов, Роман Десяткин, Егор Быков, Глеб Поленок, Ксения Саблина, Екатерина Терехова һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Максим Желнов яҡланы.
Үҙәктең 1-се категорияға эйә тәжрибәле уҡытыусыһы Диана Комлева етәкселегендә уҡыусылар бер ай етди шөғөлләнә. Янғын һүндереү часы инструкторҙары янғын хәүефһеҙлеге буйынса белем һәм күнекмәләр бирә. Эҙләү-ҡотҡарыу эштәрен башҡарырға, юл хәрәкәте ваҡиғаларына эләгеүселәргә һәм ғәҙәттән тыш хәлгә тарыусыларға беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнәләр. Шулай уҡ “Иҫән ҡалыу” маршруты буйынса ла белемдәрен камиллаштыралар: топография картаһын уҡыйҙар, компас менән азимутты билдәләйҙәр, компасһыҙ  ориентир алыу серҙәренә төшөнәләр, һыуға батҡандарҙы ҡотҡарыу, ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән аяҡ кейеме эшләү, елдән-ямғырҙан бөркәлеү әмәлен табырға ла өйрәнәләр.
Ярыштарҙа беҙҙең команда алған белем һәм күнекмәләрен лайыҡлы күрһәтә ала. Янғын һүндереү эстафетаһында — бишенсе, эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә икенсе булалар, “Иҫән ҡалыу” маршрутында алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Һөҙөмтәлә дөйөм иҫәптә командалар араһында икенсе урынға лайыҡ булалар.
— Бындай ярыштарҙа беренсе тапҡыр ҡатнаштым, — тип тәьҫораттары менән бүлеште 7-се мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы Егор Полюдов. — Төрлө һынауҙарға бай биш көнлөк поход ине был. Ауыр булһа ла, бик оҡшаны. Команда менән килешеп эшләргә өйрәндем. Соҡор-саҡырлы ерҙәрҙән туғыҙ сәғәт барҙыҡ, һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға күсерҙек. Эстафетала осраған көтөлмәгән биремдәрҙе лә яҡшы үтәнек. Киләһе йыл беренсе урын алырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ.
Йәш ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының һәм башҡа ведомстволарҙың Почет грамоталары менән бүләкләнә.
Бик фәһемле һәм мөһим сара була был. Уҡыусылар йәмәғәт һәм шәхси хәүефһеҙлеккә етди ҡарарға, киҫкен һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу күнекмәләренә өйрәнә. “Хәүефһеҙлек мәктәбе” буласаҡ һалдаттар өсөн хәрби хеҙмәткә лә етди әҙерлек булып тора.

Утты-һыуҙы кисергә өйрәнделәр
Утты-һыуҙы кисергә өйрәнделәр
Автор:Ольга Платонова
Читайте нас