“Зарница” республика хәрби-спорт уйындарының маҡсаттары - йәштәрҙе рухи һәм физик яҡтан сыныҡтырыу, патриотик рухта тәрбиәләү, йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү. Хәрби-спорт уйынында Нуриман, Тәтешле, Балтас, Асҡын районы һәм Бөрө ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Бәйге сиктәрендә “Визитка”, автоматты һүтеп-ҡороу, строй менән йөрөү, пневматик винтовканан атыу, йөҙөү, граната ырғытыу, егеттәр өсөн турникта күтәрелеү, ҡыҙҙар өсөн отжимание кеүек беренселектәрҙә иң оҫталар һәм етеҙҙәр билдәләнде. Һөҙөмтәлә Бөрө ҡалаһы командаһы - бишенсе, асҡындар - дүртенсе, нуримандар – өсөнсө,балтастар – икенсе, Тәтешле районы командаһы беренсе урын яуланы.