Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
11 Мая 2021, 11:27

Рәсәй Геройы кубогына ярыштар

Ҡариҙел районында йыл һайын Рәсәй Геройы Владимир Әлимов кубогына спорт бәйгеләре үткәрелә.

“Олимпиясы” физкультура-һауыҡтырыу комплексында волейбол ярыштары үтте, ә Ҡариҙел 2-се урта мәктәбендә шахмат турниры ойошторолдо.
Сараны район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин асып, бәйгелә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Егеттәр араһында Байҡыбаш урта мәктәбе командаһы еңеүсе булды, Кирҙә урта мәктәбе — 2-се, Ҡариҙел 2-се мәктәбе 3-сө урынға сыҡты. Ҡыҙҙар араһында Ҡариҙел ауылының йыйылма командаһы — 1-се, Урғыш – 2-се, Ҡараяр урта мәктәбе 3-сө урын яуланы.
Классик шахмат турнирында егеттәр араһында А. Ғатин еңеүсе булды, А. Ғәрәев — 2-се, А. Ғәлимйәнов һәм С. Садыҡов 3-сө урынды бүлеште. Ҡыҙҙар араһында Р. Ибраева — 1-се, М. Зәйнуллина — 2-се, Л. Ҡыяметдинова менән А. Ҡыяметдинова 3-сө урын алды.
Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, миҙалдар һәм район хакимиәтенең грамоталары һәм Рәсәй Геройы Владимир Әлимовтың аҡсалата приздары менән бүләкләнде.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас