Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығы уңайынан районыбыҙҙа төрлө спорт ярыштары үтте.
Советтар Союзы Геройы Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин иҫтәлегенә ойошторолған шахмат буйынса ярышта үҙҙәренең йәш төркөмдәрендә Рәмилә һәм Инсаф Әхмәтғәлиевтар - 1-се, Нурислам Хәлиуллин 2-се урын яуланы.
Советтар Союзы Геройы Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин иҫтәлегенә үткән еңел атлетика буйынса эстафетала 7-се-8-се класс уҡыусыларынан торған команда иһә 2-се урынға лайыҡ булды.
Фотолар мәктәптең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән алынды.