Республикабыҙҙағы Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә Өфөлә егеттәр араһында көрәш буйынса БР Мәғариф һәм фән министрлығының асыҡ шәхси команда беренселеге үтте. Республика турнирында ҡатнашҡан 100 спортсы араһында Яңы Бәрҙәш мәктәбе уҡыусылары — 7-се кластан Камил Әкрәмов һәм һигеҙенсенән Данил Ғүмәров та бар ине. Камил ярышта үҙ йәш категорияһында (55 килограмм) өсөнсө урынға сыҡты һәм дүрт мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
Апрелдә Ҡариҙел ауылында Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусыларының 23-сө спартакиадаһы иҫәбенә көрәш буйынса ярыштарҙың төбәк этабы уҙҙы. Камил унда ла үҙ ауырлыҡ категорияһында — икенсе, ә Данил өсөнсө урын яуланы.
Күптән түгел Ҡазанда билбаулы көрәш буйынса Рәсәй Беренселеге үткәрелде. Район тарихында башлап ошо төр ярышта Башҡортостан Республикаһы көрәшселәре командаһы составында Камил Әкрәмов сығыш яһаны. Маҡсатсан, тырыш егет шәхси беренселектә бронза миҙалға лайыҡ булды.
— Мин малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы маҡсатсан, көслө, намыҫлы, үҙен, дуҫтарын, ғаиләһен, Тыуған илен яҡлай алырлыҡ кеше итеп тәрбиәләргә тырышам. Тәрбиәләнеүселәремдең ата-әсәһенә, көрәшселәргә ярыштарға барырға һәм еңеүҙәргә ирешергә ярҙам иткәндәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, — ти тренер Динар Сәмиғуллин.