Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
19 Апреля 2021, 10:28

Афарин, балтастар!

Балтас районының "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

16-18 апрелдә Сибай ҡалаһында тайский бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы асыҡ кубогы үтте. Унда иң көслө командалар осрашты. Был ярышта беҙҙең райондан "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Үҙ ауырлыҡ категорияларында призлы урындар яуланылар. Евгений Ғилмөхәмәтов, Илназ Латыпов – 1-се урынға, Глеб Жданов, Данир Хәсәнов, Айдар Ғәлимов, Данил Сәлихов, Рәсүл Сәлимов - 2-се урынға лайыҡ булды. Тренер Евгений Вениамин улына һәм балаларға яҡшы һөҙөмтәләре өсөн ҙур рәхмәт!!!
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас