Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
22 Март 2021, 06:09

Егет үҙенең тыуған көнөнә бүләк яһаны

Биатлон буйынса Донъя кубогының Эстерсундта уҙған һуңғы этабында дөйөм старттан уҙышта Башҡортостан спортсыһы Эдуард Латипов икенсе урынды яуланы. Был “көмөш” - яҡташыбыҙҙың спорттағы иң яҡшы уңышы. Етмәһә, бөгөн Эдуардтың тыуған көнө – уға 27 йәш тулды.

Ярыш көсөргәнешле барҙы, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Эдуард йә алға сыҡты, йә арттараҡ ҡалды. Әммә дүртенсе тапҡыр стадионға атырға беренсе булып килгән Норвегия спортсыһы Йоханнес Бе һуңғы сәпкә тейҙерә алманы һәм штраф түңәрәген урарға китте.
Ә беҙҙең Эдуард уңышлы атты һәм алға сыҡты. Тик уны финишҡаса ҡалған арауыҡта француз Симон Дестье ҡыуып етеп, уҙып китте. Һуңғы арауыҡ яҡташыбыҙға ауыр бирелде, уның саңғыһы ла насар шыуған кеүек тойолдо. Шулай булһа ла, ниндәй генә етеҙ булмаһын, Йоханнес Бе Эдуард Латиповты ҡыуып етә алманы.
Шулай итеп француз Симон Дестье – беренсе, Эдуард Латипов – икенсе , Йоханнес Бе өсөнсө булып старт һыҙығын үтте.
Яҡташыбыҙҙы тыуған көнө һәм уңышлы сығышы менән ҡотлайбыҙ!
Фото: Nordic Focus
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас