Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
21 Март 2021, 12:35

Төлгөҙбаш ауылында Спорт байрамы үтте

Бөгөн Төлгөҙбашта Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналып, ауылдың сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты пропагандалаусы әүҙем ғаиләләре һәм мәктәп, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән күңелле ҙур сара ойошторолдо.

Байрамға халыҡ күп йыйылды. Башта кесе йәштәге мәктәп уҡыусылары һәм спорт һөйөүселәр өсөн саңғы ярышы ойошторолоп, иң етеҙҙәрҙе билдәләнеләр, грамоталар тапшырҙылар. Эҫе самауыр сәйе һәм тәмле ҡамыр аштары менән һыйланып алғандан һуң байрам тауҙа дауам итте. Унда олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп тюбингта шыуҙы.
Байрам ауыл халҡына яҡшы кәйеф, ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. Яҙҙың матур бер көнөн файҙалы үткәргәнгә ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралыштылар.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас