Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
12 Март 2021, 18:45

Көрәшсе егеттәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Борай ауылында XXIII Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары спартакиадаһының 2006-2007 йылғы мәктәп уҡыусылары араһында грек-рим көрәше буйынса ярыштарының төбәк этабы үтте. Бәйге илебеҙҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылына һәм республикалағы Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналып үткәрелде. Ярышта Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтов етәкселегендәге Асҡын районы командаһы көрәшселәре беренсе урын яуланы.

Асҡын районы командаһы көсөргәнешле бәйгелә уңышлы сығыш яһап, лайыҡлы рәүештә 1-се урын яулай. Көрәшсе егеттәребеҙ барыһы ла Асҡын 2-се урта мәктәбендә белем ала, тырышып спорттың ошо төрө менән шөғөлләнә. Ярышта үҙ ауырлыҡ категорияларында Артур Сәйетгәрәев, Денис Әхтәмшин, Руслан Абдуллаев, Миңтимер Кафланов — 2-се, Иҙрис Шәрәфисламов, Рөстәм Камалыев, Ильяс Сибәғәтуллин, Рәдим Шәйхетдинов 1-се урындарға лайыҡ булды.
  • Бәйгенән бай тәьҫораттар алып, тәжрибә туплап ҡайттыҡ. Тәрбиәләнеүселәремдең һөҙөмтәләренән бик ҡәнәғәтмен, үҙҙәрен лайыҡлы күрһәттеләр. Егеттәребеҙ барыһы ла тырыш, спорттың ошо төрө менән теләп шөғөлләнәләр, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Фәрдүс Зөлфәт улы.
  • Көрәшселәребеҙгә ярыштың республика этабында ла ҙур уңыштар теләйбеҙ!
    Читайте нас