Ғаиләләр күңелле конкурстар барышында етеҙлектә, зирәклектә көс һынашты. Көйәрмәндәр спорт байрамында ҡатнашыусыларға көс-дәрт өҫтәп торҙо. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса иң көслө, спорт һөйөүсе ғаиләләр билдәләнде. Гүзәл заттарға — сәскәләр, ә ғаилә башлыҡтарына Грамоталар тапшырылды.
“Атай, әсәй һәм мин” спорт байрамында Ҡашҡанан Флидә һәм Илшат Ғәлләмовтар ҙа ҡыҙҙары Юлиә менән ҡатнашып, 3-сө урын яуланы. Был ғаилә сәләмәт тормош рәүешен пропагандалай, нәҫел ептәрен ентекле өйрәнә, район бәйгеләрендә һәр ваҡыт призлы урындар яулай.