Ярыш республикала иғлан ителгән Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек йылына һәм 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналып ойошторолдо һәм унда Асҡын, Балтас, Борай райондары ҡыҙҙары ҡатнашты.
Бәйге биш төрлө йәш категорияһы буйынса уҙғарылды. Күрше райондарҙың йөҙөүсе ҡыҙҙары көслөрәк һәм күберәк булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр ҙә һынатманы. 2011 йылғы ҡыҙҙар араһында 50 метр арала ирекле стилдә йөҙөп, Асҡындан Иллария Нурмөхәмәтова 1-се урын яуланы. Урмияҙ ҡыҙы Алия Кәримова 2012 йылғылар араһында шулай уҡ 50 метр дистанцияла 2-се урынға лайыҡ булды.
Тырыш, ныҡышмал һәм йөҙөү спортын үҙ иткән ҡыҙҙарыбыҙға, афарин, тибеҙ һәм киләсәктә тағы ла тырышыбыраҡ шөғөлләнеп, юғары һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен теләйбеҙ.